12:20 (UTC+5), 16 Май 2016

Республика илдә файҙаланылған телекоммуникация ҡорамалдарының яртыһын етештерергә әҙер — Дмитрий Шаронов

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан илдә файҙаланылған телекоммуникация ҡорамалдарының 50 процентҡа яҡынын етештерергә һәләтле. Был хаҡта «ПРОФ-IT-2016» төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү бөтә Рәсәй форумында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов белдерҙе.
«Алдағы биш йылда компьютер, юғары тиҙлекле коммутатор, мәғлүмәт һаҡлау серверҙарының яҡынса 75-80 процентын етештерә алыр инек, — тине Дмитрий Шаронов. — Был — хәүефһеҙлек нигеҙе, беҙ уны контролдә тоторға, ил етештереүселәре уға идара итергә тейеш».
Әлеге ваҡытта телекоммуникация ҡорамалдары етештереүселәрҙең төбәк кластерына 15 компания инә.
«Беҙ дәүләт аҡсаһын ҡиммәтле һынау ҡорамалын һатып алыуға йүнәлттек, шул арҡала һуңғы ике йыл эсендә Башҡортостанда импортты алмаштырған ҡорамалдарҙың бер нисә төрө барлыҡҡа килде. Бындай хәл элек Рәсәйҙә булманы», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәте вице-премьеры.
Яңы асыштар иҫәбендә — тәүге сәнәғәт индустриаль коммутаторы, шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы селтәрҙәрендә һынау үткән яңы коммутаторҙар селтәре.
Алдан хәбәр ителгәнсә, йыл һайын Рәсәй компаниялары IT-ҡорамалдар һатып алыуға 300 миллиард һум аҡса тотона, шуларҙың 90 проценты сит ил тәьминәтселәренә йүнәлтелә, тип билдәләне Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Щеголев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика