13:17 (UTC+5), 16 Мая 2016

Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 1 майҙан Башҡортостанда электр энергияһы өсөн дөйөм йорт ихтыяжы яңыса иҫәпләнәсәк. «Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Олег Козловтың матбуғат конференцияһында әйтеүенсә, июндә граждандар фатирҙа электр энергияһын ҡулланған һәм дөйөм йорт ихтыяжы нормативы өсөн иҫәп аласаҡ. Айырманы иһә идара итеүсе компания түләйәсәк. Республикала күп фатирлы фондтың яртыһында дөйөм йорт ихтыяжы өсөн түләү алты проценттан артмай, тип билдәләне топ-менеджер. Улар өсөн бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк. Дөйөм йорт ихтыяжы дәүмәле күберәк булған йорттарҙа йәшәгән кешеләргә түләү аҙыраҡ буласаҡ.
«Фатирҙа күпме ҡулланғанһың, шунса түлә. Шулай уҡ йорттағы счетчик, норматив буйынса түлә. Ҡалғанын иһә идара итеүсе компания үҙ өҫтөнә аласаҡ. Сөнки идара итеүсе компаниялар энергия ҡулланыуҙы кәметеүгә иғтибар итәсәк. Был уларҙың һөҙөмтәле эшмәкәрлегенең күрһәткесе буласаҡ», — тип йомғаҡ яһаны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк Йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский.
Олег Козлов һөйләүенсә, дөйөм йорт ихтыяжы юғары булған йорттарҙың сығымдарын тикшереү барышында уларҙың щиттарына предприятие, сауҙа киоскы, йә иһә светофор, хатта полиция пунктының тоташтырылған булыуы асыҡланған. Хәҙер идара итеүсе компаниялар сығымдарҙы күҙәтеп барасаҡ, сөнки уларҙы йортта йәшәгән кешеләрҙең иҫәбенә яҙа алмаясаҡ.
«Дөйөм йорт ихтыяжы энергияны һаҡсыл ҡулланыуға бәйле. Был мәсьәләне бер йылда ғына хәл итеп булмаҫ, моғайын. Йорттарҙың күбеһендә лампочкалар тәүлек буйына янып тора. Энергия ҡулланыуҙы кәметеү буйынса программалар ҙа бар. Һуңғы йыл ярым эсендә беҙ дөйөм йорт ихтыяжының уртаса күләмен 22 проценттан 11-гә тиклем кәметә алдыҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостан энергия һатыу компанияһының башҡарма директоры.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика