Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
04:56 (UTC+5), 05 Май 2016

Төбәктә «Башагро» интернет-проектын ғәмәлгә ашырыу башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда «Башагро» сауҙа майҙансығын үҫтереү буйынса берлектәге проектты ғәмәлгә ашырыу башлана. Проект Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Берҙәм электрон сауҙа майҙансығы» акционерҙар йәмғиәте ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Эксперттар һүҙҙәренсә, яңы сауҙа майҙансығы етештереүсе һәм һатып алыусы араһында тура бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, теләгән һәр кем ошо ресурста бушлай теркәлә һәм эш башлай ала. Ресурстың мөмкинлектәре менән бында танышырға мөмкин.
Майҙың икенсе яртыһында «БашАгро» майҙансығында эш башларға теләүселәр өсөн өйрәтеүсе семинар уҙғарыу күҙаллана.
Тәү сиратта «БашАгро» майҙансығы — продукцияны аралашсыһыҙ һатыуҙың ышаныслы каналы, һатып алыусыларҙың күплеге, продукцияны төбәк етештереүселәренән туранан-тура һатып алыу, тауар һәм етештереүсе тураһында тулы мәғлүмәт.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика