13:14 (UTC+5), 20 Апреля 2016

Төбәктә йәшәүселәр ипотека өсөн айына уртаса 18 мең һум түләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанда йәшәүселәр ипотека өсөн уртаса 18,097 мең һум түләй. Ошо күрһәткес буйынса республика «СеверИнформ» мәғлүмәт-аналитика агентлығы төҙөгән рейтингта 50-се урынды биләй. Эксперттар Рәсәйҙең Үҙәк банкы һәм Росстат мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп тикшереү үткәргән.
Республикала ипотека торлаҡ кредитының уртаса күләме — 1,439 миллион һум, кредит буйынса ставка 12,59 процент тәшкил итә. Төбәктә йәшәүселәрҙең уртаса айлыҡ килеме 24,9 мең һумға баһалана.
Рейтингка ярашлы, ипотека өсөн иң күп түләүселәр — мәскәүҙәр. Илдең баш ҡалаһында ипотеканың уртаса суммаһы — 3,5 миллион һум, айлыҡ түләү 42 мең самаһы тәшкил итә. Ульяновск, Киров һәм Кострома өлкәләрендә 15 меңдән аҙыраҡ түләйҙәр.
Рәсәй буйынса ипотеканың уртаса күләме — 1,741 миллион һум, кредит ставкаһы — 12,22 процент һәм айлыҡ түләү 21,061 мең һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика