10:50 (UTC+5), 20 Апреля 2016

Май байрамдарында ветерандар поездарҙа бушлай йөрөй ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 3 майҙан 10-на тиклем Рәсәй тимер юлдары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа бушлай йөрөү хоҡуғын бирә. Билет һатып алғанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының йәки инвалидтың таныҡлығы йә иһә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләү тураһында таныҡлыҡ талап ителә. Был ваҡытта поездарҙа йөрөү сикләнмәй.
Сит илдәрҙә — элекке союз республикаларында йәшәгән ветерандар өсөн документтар 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғәмәлдә булған форма буйынса СССР-ҙа бирелгән таныҡлыҡты күрһәткән осраҡта тултырыла. Льгота Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың Калининград өлкәһенә Литва аша транзит менән барғанда ғәмәлдә буласаҡ.
Байрам акцияһы осоронда компания ветерандарҙан юл йөрөү документтарын тултырған өсөн аҡса алмаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика