11:07 (UTC+5), 06 Апреля 2016

Төбәктә ҙур инвесторҙар менән өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы тикшерҙеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Күмертау биләмәһендә һәм Благовар районында өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы республиканың ҙур инвесторҙары менән бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе. Инвестиция проекттарын бойомға ашырыу барышын тикшереүҙә республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре, Күмертау һәм Благовар районы хакимиәттәре башлыҡтары ла ҡатнашты.
«Сигма» холдинг компанияһының генераль директоры Александр Махров менән осрашыуҙа Күмертау биләмәһендәге Маячный ауылында май экстракциялау заводы төҙөлөшө барышы тикшерелде. Инвестор дүрт этапта бер нисә етештереү цехын, транспорт-логистика компанияһын һәм элеваторҙы үҙ эсенә алған комплекслы объект төҙөргә ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 6 миллиард һумдан ашасаҡ. Яңы проект 600-ҙән ашыу кешене эшкә урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.
«Знаменский СГЦ» һәм «Эксима-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең генераль директоры, «АВК «Эксима» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Елена Климова менән Благовар районында заманса селекция-генетика үҙәге һәм ҡатнаш аҙыҡ цехы төҙөү буйынса проекттар ҡаралды. Һалынған аҡсаның суммаһы 2,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. 100-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Шул уҡ көндә инвесторҙар республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән осрашты. Яҡтар республиканың агросәнәғәт комплексына артабан инвестициялау һәм төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамын йүнәлтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика