06:28 (UTC+5), 04 Апрель 2016

Йылайыр районындағы йылҡысылыҡ хужалығында агротуризм үҫешәсәк

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Йылайыр районына эш сәфәре барышында Анатолий Бакановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү, ит етештереү, йылҡысылыҡ һәм һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.
«2012-2014 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһында ҡатнашыу сиктәрендә 2,4 миллион һум күләмендә грант алғас, Анатолий Баканов 26 башҡорт тоҡомло ат, трактор, тейәгес-универсал, сапҡыс һатып алған, шулай уҡ ат һарайына электр үткәргән.
Әлеге ваҡытта хужалыҡта 156 баш йылҡы һәм 150 баш һарыҡ иҫәпләнә. Сәсеү майҙансыҡтары 496 гектар тәшкил итә, шул иҫәптән 50 гектар арпа, 100 гектар һоло һәм 346 гектар күп йыллыҡ үләндәр. Бынан тыш, фермерҙың һигеҙ тәгәрмәсле һәм дүрт сылбырлы тәгәрмәсле тракторы, ике иген йыйыу комбайны, йөк автомобиле, ике орлоҡ таҙартыу машинаһы һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы, шулай уҡ ике орлоҡ һаҡлау склады һәм 150 баш атҡа иҫәпләнгән фермаһы бар.
Анатолий Баканов әйтеүенсә, былтыр хужалыҡта 5 тонна ит, 100 тонна арпа һәм 150 тонна һоло етештерелгән. Продукция башҡа фермер хужалыҡтарына һәм халыҡҡа һатыла.
Республика етәксеһе фермерҙан производствоны киңәйтеү пландары менән ҡыҙыҡһынды. Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы һүҙҙәренсә, киләсәктә ҡымыҙ фермаһы, мал һуйыу цехы һәм һарыҡ аҙбары төҙөү, ҡымыҙ һәм ит етештереү өсөн йылҡы һанын 300 башҡа тиклем арттырыу, ит продукцияһын эшкәртеүҙе ойоштороу һәм агротуризмды үҫтереү күҙаллана. Рөстәм Хәмитов проблемаларҙы бергәләп хәл итеү һәм бөтөнләй икенсе кимәлгә сығыу өсөн бер нисә крәҫтиән (фермер) хужалығын берләштереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Эшҡыуарлыҡ хәрәкәтенең башланыуы, халыҡтың үҙ аллы эшләүгә ҡыҙыҡһыныуы артыуы күренә. Улар ферма йәки урман хужалығы, аҙыҡ-түлек етештереү предприятиелары булдырыу өсөн мөмкинлектәр таба, – тине Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашҡанда. – Йылайыр районында йылҡы фермаһын ҡараныҡ. Эшҡыуарҙар нулдән башлап һәйбәт предприятие асҡан. Унда экологик туризм булдырыла.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика