05:34 (UTC+5), 04 Апреля 2016

Башҡортостан Башлығы Урал аръяғында ауыл хужалығы техникаһының сәсеү кампанияһына әҙерлеген тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хәйбулла районына эш сәфәре барышында «Урал аръяғы Агро» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы урындағы филиалы техникаһының сәсеү кампанияһына әҙерлеген тикшерҙе.
Филиал директоры Илшат Бохарбаев баҫыу эштәрен башҡарыу һәм ерҙе эшкәртеү буйынса ауыл хужалығы хеҙмәттәрен күрһәтеү өсөн 35 иген йыйыу һәм ике мал аҙығы йыйыу комбайндары, ике үҙйөрөшлө сапҡыс, 24 трактор һәм ете йөк автомобиле булыуы тураһында һөйләне.
Былтыр аграрийҙар 5 661 тонна, шул иҫәптән 3 418 тонна бойҙай, 1 479 тонна арпа, 745 тонна һоло, 20 тонна көнбағыш, 20 тонна шипкән һәм 72 тонна күп йыллыҡ үләндәр йыйып алған.
– Уҙған йыл райондың ауыл хужалығы өсөн һәйбәт булды. Ҡоро, бик ҡатмарлы йыл өсөн гектарынан 10 центнер уңыш алыу насар түгел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Көтмәгәндә яуған ҡар запас дым туплауға ярҙам итер һәм быйыл да уңыш һәйбәт булыр тип ышанғы килә.
Илшат Бохарбаев һүҙҙәренсә, бөгөн филиалда 108 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 12 мең һум тәшкил итә.
– Аңлайым, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, башҡа килемдәр бар, кешеләр үҙҙәренә, балаларын уҡытырға, автомобиль һатып алырға аҡса эшләргә тырыша. Был килемдәр уртаса хеҙмәт хаҡына инмәй, – тип билдәләне республика Башлығы. – Әммә әлеге һан – кисәге көн түгел, әллә ҡасанғы. Беҙ бындай кимәлдә эшләй алмайбыҙ.
Төбәк етәксеһе йәштәрҙе ауылға йәлеп итеүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Йәштәр кәрәк, әлбиттә. Был осраҡта юғары эш хаҡы, яҡшы хеҙмәт шарттары булдырыу зарур. Бөгөн беҙ машина-технология станцияһының филиалын ҡараныҡ: техника һәйбәт кеүек, ләкин уның ниндәй шарттарҙа һаҡланыуы бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Унда барыһы ла насар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Аңлашыла, базаны яңыраҡ ҡына кире ҡайтарҙыҡ, әле унда ремонт эшләргә кәрәк. Әммә йәштәр бындай шарттарҙа эшләмәйәсәк: тубыҡтан батҡаҡ, ҡыйыҡтан һыу аға, аяҡ аҫты еүеш. Йәш егеттәрҙе әлеге шарттарға йәлеп итеп булмай. Был көн кеүек асыҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика