07:24 (UTC+5), 01 Апрель 2016

1 апрелдән республикала социаль пенсиялар артты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Федераль законға ярашлы 1 апрелдән Башҡортостанда социаль пенсия дүрт процентҡа артты.
Махсус ҡаҙаныштар һәм айырым хеҙмәттәре өсөн (Советтар Союзы, Рәсәй Геройҙары һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, Ленин ордены менән бүләкләнгән кешеләр) билдәләнгән өҫтәмә матди тәьминәт күләме лә үҫте. Шулай уҡ инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәргә, радиация йоғонтоһонан зыян күргәндәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт пенсияһы кимәле күтәрелде. Ике түләү алған кешеләргә дәүләт пенсияһы арттырыла, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Республикала социаль пенсияның уртаса күләме 8598 һум, инвалид балаларҙыҡы 13 689,04 һум тәшкил итәсәк. Һуғышта имгәнеү һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫәбенән булған һәм ике пенсия алған граждандарға түләүҙәрҙең уртаса күләме ярашлы рәүештә 31 849 һумға һәм 32 784 һумға етәсәк.
1 апрелдән республикала йәшәүсе 103 мең пенсионер яңы күләмдәге пенсия аласаҡ. Пенсия түләү өсөн ай һайын өҫтәмә рәүештә 35 миллион һум аҡса талап ителә. Финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән, пенсия графикка ярашлы таратыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика