08:11 (UTC+5), 28 Марта 2016

Республика илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу үҙәген булдырыу өсөн пилот төбәге итеп һайланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу һәм мониторинг үҙәктәрен булдырыу өсөн пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итте Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Хәмит Мәүлийәров РБК телеканалының «Төҙөлөш — Рәсәй иҡтисады үҫеше программаһы» конференцияһында.
«Хәҙер беҙ төҙөлөштә хаҡтар билдәләүҙең яңы моделенә күсәбеҙ һәм уны һынау өсөн Башҡортостанды һайланыҡ. Бында юғары квалификациялы белгестәр бар. Бынан тыш, Башҡортостан — төҙөлөш тармағында алдынғы төбәктәрҙең береһе, күп күрһәткестәр буйынса алда бара. Әгәр беҙ бында хаҡтар ҡуйыуға бәйле хәлде дөрөҫ баһалай алһаҡ, ошо тәжрибәне бөтә илгә таратасаҡбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәмит Мәүлийәров.
Социаль объекттар төҙөлөшөндә хаҡтар ҡуйыу асыҡ булырға тейеш тип күҙаллана.
«Шул саҡта ғына федераль, төбәк, муниципаль, баҙар кимәлендә төҙөлөш эштәренә хаҡтарҙың нисек барлыҡҡа килеүе аңлайышлы буласаҡ. Бизнес өсөн беҙ үҙебеҙҙең нормаларҙы тәҡдим итәбеҙ. Был ҡыҫылыу түгел, сөнки эшҡыуарлыҡ тариф булдырыусы предприятиеларға ла хеҙмәттәр күрһәтә. Әгәр ҙә йоғонто яһамаһаҡ, хаҡтарҙың төшөүе беҙгә өҫтәмә тариф йөкләмәһе булып кире ҡайтасаҡ», — тип иҫәпләй Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары.
Яңы система хаҡтарҙың артыуына юл ҡуйырға тейеш түгел, хатта күрше төбәктәрҙә күҙәтелгән етешһеҙлектәрҙе яйға һалыу зарур, тип хәбәр итә «РБК-Өфө».
«Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең смета ҡағиҙәләре араһында үҙгәрештәр 30 процентҡа етеүе ихтимал. Силәбенән Екатеринбургка материалдарҙы самолет менән ташырға мөмкин һәм был файҙалы буласаҡ», — тине Хәмит Мәүлийәров.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика