11:23 (UTC+5), 21 Марта 2016

Ғинуарҙа төбәктең ҙур һәм урта предприятиелары 3,8 миллиард һум күләмендә дөйөм килем алған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың ғинуарында республиканың ҙур һәм урта предприятиелары 3,8 миллиард һум күләмендә дөйөм килем алған. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 10,8 миллиард һум күләмендә зыян килгән.
Республиканың файҙаһыҙ ойошмалар өлөшө 28,2 процентҡа тиклем артҡан (2015 йылдың ғинуарында 24,7 процент). Өҫтәүенә килемһеҙ эшләүсе предприятиеларҙың зыян суммаһы 25,6 миллиардтан 7,3 миллиард һумға тиклем кәмегән.
2016 йылдың ғинуар аҙағына түләнмәгән кредитор бурысы 16,4 миллиард һум, йәғни кредитор бурысының дөйөм суммаһынан 2,9 процент тәшкил иткән. Түләнмәгән кредитор бурысының 72,8 проценты — предприятиеларҙың тәьмин итеүселәргә бурысы. Предприятиеларҙың банктарҙан алынған кредиттар һәм займдар буйынса бурысы йыл башынан 1,6 процентҡа кәмегән.
Түләнмәгән дебитор бурысы 29,3 миллиард һум, йәғни дөйөм бурыстан 7,1 процент тәшкил иткән.
Дөйөм кредитор бурысы дебитор бурысынан — 38,4, түләнмәгән дебитор бурысы түләнмәгән кредитор бурысынан 78,4 процентҡа күберәк (2015 йылдың декабрь аҙағына — 28,3 һәм 41,5 процентҡа).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика