12:45 (UTC+5), 16 Марта 2016

Төбәктә «Күп функциялы үҙәктәр 2016 — эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы тәжрибә» исемле конференция ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 18 мартта Өфөләге Конгресс-холда «Күп функциялы үҙәктәр 2016 — эшҡыуарлыҡ өсөн иң яҡшы тәжрибә» тип аталған бөтә Рәсәй конференцияһы ойошторола. Ҡатнашыусылар күп функциялы үҙәктәрҙең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерә.
Программала Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған.
Быйыл ғинуар айында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев илдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн махсуслаштырылған күп функциялы үҙәктәр булдырыу ниәте тураһында белдергәйне. Унда кәрәкле документтар, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультация, бизнес-план төҙөүҙә ярҙам алырға, үҙ эшеңде асыу буйынса мәғлүмәтте аныҡларға мөмкин.
Ошо уңайҙан Башҡортостандың баш ҡалаһына төрлө төбәктәрҙән 200-ҙән ашыу делегаттың килеүе көтөлә. Улар араһында бизнес-берләшмә, башҡарма власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәйҙең күп функциялы үҙәктәре белгестәре бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика