Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.47
+0.03
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2016, 12:19

Республика аҙыҡ-түлек етештереүселәрен Ҡытайға күргәҙмәгә саҡыралар

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың аҙыҡ-түлек сәнәғәте вәкилдәрен Ҡытайҙа халыҡ-ара ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡыралар. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә 20 апрелдән 3 майға тиклем Шаньдун провинцияһының Вэйфан ҡалаһында уҙғарыла.
Сарала төрлө ауыл хужалығы продукцияһы, деликатестар, кондитер изделиелары, органик туҡланыу продукттары, алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр, үләндәр, тәмләткестәр, туңдырылған аҙыҡ-түлек, ит, диетик продукттар, дөйөм туҡланыу предприятиелары ҡорамалдары, аҙыҡ-түлек етештереү, эшкәртеү технологиялары тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмә һәм унда ҡатнашыу шарттары тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте Евразия хеҙмәттәшлек һәм үҫеш үҙәге сайтынан алырға мөмкин.
Читайте нас: