11:20 (UTC+5), 10 Марта 2016

Республикала трактор паркының сәсеү кампанияһына әҙерлеге 90 процент тиерлек тәшкил итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Әлеге мәлдә Башҡортостанда трактор паркының яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлеге 89 процент тәшкил итә. Сәсеү комплекстарының һәм ер эшкәртеүсе техниканың әҙерлек кимәле лә юғары һәм 96 процентҡа етә.
Республика Хөкүмәте бойороғо менән ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләүҙе тамамлау ваҡыты билдәләнгән.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, март аҙағынаса яҙғы баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк барлыҡ техниканы әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн аграрийҙарҙың бөтә мөмкинлектәре лә бар, тип ышандырҙылар ведомствола.
Быйыл Башҡортостанда сәсеү майҙандарын 3,16 миллион гектарға тиклем арттырырға ниәтләйҙәр, был былтырғы кимәлгә ҡарата өс процентҡа күберәк. Өҫтәүенә бөртөклө культуралар, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш майҙандары уҙған йылғы кимәлдә ҡаласаҡ, ә бына орлоҡҡа рапс һәм кукуруз үҫтереү өсөн майҙандарҙы арттырыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика