Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Март 2016, 16:05
Өфөлә «транспорт» вакансиялары йәрминкәһе уҙғарыла
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 10 мартта Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге транспорт һәм элемтә өлкәһе предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойоштора. Унда 20-гә яҡын эш биреүсе ҡатнаша.
Тәҡдим ителгән эш урындары араһында инженер, водитель, диспетчер, ҡаҙанлыҡ операторы, почтальон, токарь, оҙатыусы, автомобилдәр ремонтлау буйынса слесарь, тракторсы, электр ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса монтер бар.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты: Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Теги:
халыҡтың мәшғүллеге
вакансиялар йәрминкәһе
Читайте нас: