10:42 (UTC+5), 09 Марта 2016

Баш ҡалала пассажир автотранспорты газ-мотор яғыулығына күсә

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә пассажир автотранспорты газ-мотор яғыулығына күсә. Ҡалала 600 самаһы автобус газ яғыулығы менән эшләй, шуларҙың 74-е — «НефАЗ» маркалы. Уҙған йылда газ яғыулығында эшләгән 30-ға яҡын автотранспорт берәмеге һәм 61 берәмек махсус техника һатып алынған.
Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, был автомобилдәр атмосфераға зарарлы матдәләрҙе аҙыраҡ бүлеп сығара.
Газға күсеү тирә-йүнгә һәм кешеләрҙең сәләмәтлегенә зыянды кәметергә ярҙам итә. Транспорт хужалары газ яғыулығын ҡулланыу һөҙөмтәһендә сығымдарҙы ла кәметергә мөмкин икәнлеген аңлай.
Республиканың баш ҡалаһында 15 автозаправкалау станцияһы эшләй, шуларҙың икәүһе — метан. Алдан хәбәр ителгәнсә, 2016 йылдың беренсе кварталында автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Яңы заправка 8 Март урамында барлыҡҡа киләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика