05:26 (UTC+5), 04 Март 2016

Башҡортостанда бюджетҡа һалымдар йыйыу артҡан

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда бюджетҡа һалымдар йыйыу һигеҙ процентҡа артҡан, быға инспекторҙарҙың эш сифатын яҡшыртыу һәм республика Хөкүмәтенең ҙур инвестициялар йәлеп итеүҙә, һалым түләүселәр менән эштә ярҙамы булышлыҡ иткән. Ведомствоның йомғаҡлау коллегияһы барышында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов ошо хаҡта хәбәр итте.
Былтыр һалымсылар 266 миллиард һумдан ашыу йыйған, шуларҙың 112 миллиарды республика ҡаҙнаһына йүнәлтелгән. Мөлкәт һалымы буйынса керемдәр 16,4 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, өҫтәүенә һалым түләүселәр 14,16 миллиард һум түләп еткермәгән. Бурысты түләтеү — ведомствоның айырым эше, тип билдәләне Марат Вәхитов. Уҙған йылда бурысты хәл итеү һөҙөмтәһендә 18,6 миллиард һум ҡапланған.
Идаралыҡ етәксеһе хеҙмәткәрҙәренең эш сифатын юғары баһаланы.
«Ведомствоға бюджетҡа йыйымдарҙың ыңғай динамикаһын һаҡлау бурысы ҡуйылған. Яңы технологиялар индереү һәм аналитиканы көсәйтеү эш сифатын үҫтерергә ярҙам итәсәк», — тип йомғаҡ яһаны Марат Вәхитов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика