07:23 (UTC+5), 03 Марта 2016

Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше ике тапҡырға кәмегән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Былтыр Башҡортостанда тышҡы сауҙа әйләнеше ике тапҡырға кәмегән: 2013 йылда — 15,6 миллиард доллар, 2014 йылда — 15 миллиард доллар самаһы, уҙған йылдың 11 айында — 6,6 миллиард доллар. Ошо хаҡта Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр иттеләр. Быға бик күп факторҙар — санкциялар, һумдың төшөүе, нефткә хаҡтарҙың кәмеүе, кредиттарҙың ҡиммәтләнеүе йоғонто яһаған.
Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙең тышҡы сауҙа әйләнеше — 534,4 миллиард доллар (2014 йылда 805,8 миллиард доллар), Татарстандың 14,1 миллиард доллар (2014 йылда 21,1 миллиард доллар) тәшкил иткән.
Башҡортостан 100-ҙән ашыу илдәр менән сауҙа итә. Төп сауҙа партнерҙары — Нидерландтар, Латвия, Италия, Венгрия, Төркиә, Словакия, Германия, Финляндия, шулай уҡ Ҡытай, Һиндостан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика