10:50 (UTC+5), 01 Марта 2016

2018 йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһе МиГ самолеттары өсөн двигателдәр етештерә башлай

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 2018 йылда Өфө моторҙар производство эшләү берекмәһе МиГ самолеттары өсөн двигателдәр етештерә башларға ниәтләй. «Ростех» дәүләт корпорацияһының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, әле ошо двигателдәр Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең филиалында — В.В.Чернышев исемендәге Мәскәү машина эшләү предприятиеһында етештерелә.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә баш ҡалала ошондай производство булдырыу программаһы әҙерләнгән һәм раҫланған, бөгөн әҙерлек тулы кимәлдә бара. 2018 йылда берекмә МиГ самолеттары өсөн двигателдәрҙе сериялы етештерә башларға тейеш. 24-26 февралдә Өфөлә уҙған 11-се Рәсәй сәнәғәт форумының пленар ултырышында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе директоры Евгений Семивеличенко ошо хаҡта белдерҙе.
«Двигателдәр дүрт модификациялы буласаҡ. Продукцияға килгәндә, был 2025 йылға тиклем йылына яҡынса 100-150 двигатель», — тип хәбәр итте Евгений Семивеличенко.
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – илебеҙҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур үҙәк. Турбореактив авиация двигателдәрен һәм газ һурҙырыу агрегаттарын әҙерләү, етештереү, сервис хеҙмәтләндереүе, ремонтлау, шулай уҡ вертолет техникаһы узелдарын етештереү һәм ремонтлау төп эшмәкәрлек төрҙәре булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика