Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Февраль 2016, 11:25

Быйыл Өфөләге тимер юл вокзалын реконструкциялау тамамлана

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Быйыл Өфөләге тимер юл вокзалын реконструкциялау тамамланырға тейеш. «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте филиалы — Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин журналистар менән аралашыу ваҡытында хәбәр итеүенсә, компания вокзалдың бинаһын, ултырыу платформаларын яңыртыуға һәм пассажирҙарҙың уңайлылығын күтәреүгә 200 миллион һум йүнәлткән.
Был этапҡа шулай уҡ навигацияны яҡшыртыу буйынса сплит-системалар һәм төрлө ҡоролмалар ҡуйыу, дүртенсе пассажир платформаһын яңыртыу ҡарай. Әммә төҙөкләндереүҙең икенсе этабы ла бар, ул ҡунаҡхана комплексын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Ошо маҡсатҡа инвестор аҡсаһы талап ителә. Сергей Соложенкин һүҙҙәренсә, инвестиция проекты әҙерләнә генә, әлегә уның яҡынса хаҡы тураһында һүҙ йөрөтөү иртә. Куйбышыв тимер юлы етәкселеге был мәсьәләне федераль кимәлгә сығарырға ниәтләй.
Вокзалды реконструкциялауҙы финанслауға федераль ҡаҙнанан 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән һәм үҙләштерелгән. Бында эштәр 2005 йылдан алып барыла. Төп бинаның икенсе ҡатын үҙгәртелгән. Объектта конкорс, Вокзал, Карл Маркс урамдары буйлап һәм вокзал янындағы майҙанда терәү стеналар төҙөлгән. Поездарҙы яңы рейсҡа әҙерләү Өфө станцияһынан Шишмә станцияһына күсерелгән.
Читайте нас: