12:00 (UTC+5), 24 Февраль 2016

Төбәктә предприятиелар экологияға зыян килтергән өсөн бюджетҡа 400 миллион һумдан ашыу аҡса түләгән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан предприятиелары тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто өсөн түләү сифатында республика ҡаҙнаһына 400 миллион һумдан ашыу аҡса индергән, тип хәбәр итте йомғаҡлау коллегияһында Росприроднадзор идаралығы етәксеһе Юрий Дудников. Тағы ла 100 миллион һум самаһы федераль бюджетҡа йүнәлтелгән. Етәксенең мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ведомсто эшмәкәрлегенең иҡтисади һөҙөмтәлелеге бюджеттан идаралыҡты тәьмин итеүгә сарыф ителгән һәр һумға 118 һум тәшкил иткән. Предприятиелар ведомство дәғүәләре һәм бойороҡтары буйынса тәбиғәтте һаҡлау сараларын ғәмәлгә ашырыуға 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлткән.
«Теләһә ниндәй сәнәғәт етештереүе экологияға кире йоғонто яһай. Зыянды кәметергә генә мөмкин. Беҙ ошо йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ, тәбиғәтте һаҡлау проекттарына күп аҡса бүләбеҙ. Әммә һөҙөмтә тиҙ генә күренмәйәсәк, шулай ҙа яҡын киләсәктә мотлаҡ ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ», — тине «Башнефть» компанияһы президенты Александр Корсик.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика