12:26 (UTC+5), 18 Февраля 2016

Башҡортостан ваҡлап һатыу әйләнеше буйынса — Рәсәйҙә тәүге унау исемлегендә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2015 йылда Башҡортостан халҡы ваҡлап һатыу магазиндарында 784,5 миллиард һумдан ашыу суммаға тауарҙар һатып алған (сағыштырыу өсөн: күмәртәләп һатыу әйләнеше — 592 миллиард, йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше — 30 миллиард). Ошо күрһәткес буйынса республика илдә — һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урын биләй. Ошондай һандар килтерҙе Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов.
Ыңғай статистикаға ҡарамаҫтан, былтыр ҡулланыу һиҙелерлек кәмегән. Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың реаль килеме биш процентҡа төшкән. Былтыр автомобилгә, аудио- һәм видеотехникаға, компьютерға, аяҡ кейеменә, йорт йыһазына һорауҙың кәмеүе күҙәтелгән. Аҙыҡ-түлеккә килгәндә, балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары, ит консервалары, он һатыу кәмегән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика