09:40 (UTC+5), 16 Февраля 2016

Республикала финанс өлкәһендәге мәғлүмәт хәүефһеҙлеге тикшерелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Бөгөн, 16 февралдә, Әбйәлил районында «Банктарҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» тип аталған VII Урал форумының пленар ултырышы бара. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың форумда ҡатнашыусыларға ебәргән сәләмләү хатын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов уҡып ишеттерҙе.
Көн тәртибенә финанс өлкәһендә кибер енәйәттәргә юл ҡуймау, инновацион банк технологияларының һәм финанс ойошмаларының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре индерелгән.
Урал форумы — финанс мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә йылдың төп ваҡиғаһы. Сараға финанс ойошмалары, күҙәтеү һәм көйләү органдарының 350-нән ашыу вәкиле, эске контроль хеҙмәте белгестәре, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, финанс өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса продукттар, хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе Рәсәй һәм сит ил компаниялары аудиторҙары йыйылды. Форумды Рәсәй банкы ярҙамында Рәсәй банктары ассоциацияһы ойоштора.
Форум барышында — 15 февралдән 20-нә тиклем — банктарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәте етәкселәре Рәсәй банкы, Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Техник һәм экспорт контроле буйынса федераль хеҙмәт, Эске эштәр министрлығы һәм Роскомнадзор вәкилдәре менән аралаша. Улар талаптар, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, ҡануниәт яңылыҡтары хаҡында мәғлүмәт бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика