Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2016, 14:11

2015 йылда Башҡортостанда корпоратив кредитлау 20 проценттан ашыуға кәмегән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. 2015 йылда Башҡортостанда банктар юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға 467,8 миллиард һумлыҡ кредит биргән, был 2014 йылға ҡарағанда 22,5 процентҡа кәмерәк, тиелә Үҙәк банктың республика бүлексәһе мәғлүмәтендә.
Ошондай кредиттар буйынса бурыстың ҡалған өлөшө 4,9 процентҡа кәмегән һәм 399,8 миллиард һум тәшкил иткән (Рәсәй буйынса был күрһәткес 7,6 процентҡа күтәрелгән). Ваҡытында түләнмәгән бурыс кимәле 2,1 процентҡа тиклем артҡан.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын кредитлау 14,2 процентҡа — 96,7 миллиард һумға тиклем кәмегән (Рәсәй буйынса — 28,3 процентҡа). Ваҡытында түләнмәгән бурыс күләме 14,1 процентҡа артҡан һәм 5,6 миллиард һум тәшкил иткән.
2016 йылдың башына Башҡортостанда 83 кредит ойошмаһы эшләй. Улар иҫәбендә — биш республика банкы.
Читайте нас: