10:47 (UTC+5), 09 Февраль 2016

Йыл башынан төбәктә алтын биҙәүестәргә хаҡтар күтәрелгән

ав
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Йыл башынан Башҡортостанда алтын биҙәүестәргә хаҡтар күтәрелгән. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың ғинуарынан электр тауарҙарына һәм көнкүреш техникаһына (0,5-6,4 процентҡа), компьютерҙарға һәм смартфондарға (0,5-1,9), ҡайһы бер еңел автомобилдәргә (2,2-3,4), парфюмерия-косметика тауарҙарына, йыйыу, таҙартыу сараларына (0,6-3,3) хаҡтарҙың артыуы дауам иткән.
Статистиктар иҫәпләүенсә, алтын биҙәүестәр 5,1 процентҡа, сит ил тәмәкеһе — 3,7, гәзиттәр — 5,7-11,8, таҫтамал, кизе-мамыҡ туҡыма һәм түшәк кәрәк-яраҡтары 2,4-3,9 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Миҙгелле өҫ һәм аяҡ кейемдәренә хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә, газ-мотор яғыулығына — 1,7 процентҡа.
Алдан хәбәр ителгәнсә, аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә, шулай уҡ республика халҡына күрһәтелгән хеҙмәттәргә хаҡтар артты. Быйыл ғинуар айында Башҡортостанда инфляция 0,8 процент кимәлендә булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика