09:04 (UTC+5), 08 Февраля 2016

Республикала социаль бизнесты алып барыу үҙенсәлектәре тикшереләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 11 февралдә — Мәләүездә, 12-дә Өфөлә Социаль эшҡыуарлыҡ буйынса форум уҙғарыла. Ул эшҡыуарҙарҙы туплау һәм социаль йүнәлешле бизнес өлкәһендә тәжрибә алмашыу өсөн майҙансыҡ булараҡ уйланылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәгендә. Саралар республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән ойошторола.
Форум сиктәрендә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда финанслау мәсьәләләре, франчайзинг мехнизмдарын файҙаланыу, йәмәғәт фондтары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Мәскәү, Төмән, Пермь, Өфө эшҡыуарҙары һәм эксперттары үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Улар социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләүселәр өсөн шәхси консультациялар уҙғарасаҡ.
«Социаль бизнес иң киҫкен проблемаларҙы хәл итеүҙә — инвалидтарҙы, балалар йорттарын тамамлаусыларҙы, ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларҙы эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтә. Шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстары ярҙамында социаль хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә мөмкин», — тип билдәләнеләр ойоштороусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика