Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Февраль 2016, 17:11

Өфөлә «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексынан «Башҡортостан» ҡунаҡханаһына тиклем автобус маршруты оҙайтылды

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы Өфөлә «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексынан «Башҡортостан» ҡунаҡханаһына тиклем автобус маршрутын оҙайтты.
Сипайлово биҫтәһендә автобустар Бикбай, Гагарин урамдары буйлап «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексына тиклем барасаҡ.
Бынан тыш, 290-сы, 74-се, 226-сы, 57-се һәм 51-се маршрут буйынса йөрөгән автобустар газ-мотор яғыулығында эшләүсе яңы «НефАЗ»дар менән яңыртылған.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы — республиканың ҙур транспорт комплексы. Бөгөн предприятие составына 22 филиал, республика ҡала һәм ауылдарындағы 28 транспорт колоннаһы, 19 автовокзал, 59 касса пункты инә.
Читайте нас