Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:19 (UTC+5), 05 Февраля 2016

Рөстәм Хәмитов «ЛУКОЙЛ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Вәғит Алекперов менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 4 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ЛУКОЙЛ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Вәғит Алекперов менән осрашты. Осрашыу барышында төбәктә компанияның эшмәкәрлеген үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
– Эшебеҙгә килгәндә, күләм йәһәтенән юғары кимәлдә булмаһа ла, уңышлы. Ә бына үҙ-ара ярҙам күрһәткестәре буйынса беҙ яҡшы кимәлдә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә берлектәге эште артабан нисек үҫтереү хаҡында уйларға кәрәк.
Вәғит Алекперов, үҙ сиратында, Өфөлә Рәсәйҙең туғыҙ төбәген үҙ эсенә алған нефть продукттарын һатыу үҙәге булдырылыуы тураһында хәбәр итте.
– Үҙәкте бында астыҡ. Был төбәк структураһы ғына түгел, ә Ямал-Ненец округынан Ырымбурға һәм Татарстандан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем эшләүсе ойошма, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
«ЛУКОЙЛ» республика иҡтисады өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Йылына 300 миллион һум самаһы һалым алабыҙ, компания беҙҙең биләмәлә нефть продукттарын һатыу менән генә шөғөлләнә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо йәһәттән заправкалау станциялары селтәрен үҫтереү мөмкинлектәре бар. Бынан тыш, яғыулыҡты һаҡсыл файҙаланыу буйынса перспективалы проекттар хаҡында уйлайбыҙ. Компания менән бергә энергия һөҙөмтәлелеге мәсьәләләре өҫтөндә эшләйбеҙ. «ЛУКОЙЛ» ышаныслы партнер булыр тип өмөтләнәбеҙ.
«ЛУКОЙЛ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – нефть һәм газ компанияһы. Рәсәйҙә нефть сығарыуҙың 16,4 проценты һәм нефть эшкәртеүҙең 15,7 проценты уның өлөшөнә тура килә.
«ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте илдең туғыҙ төбәгендә – Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Һамар, Ырымбур, Ульяновск, Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округын – Юграла үҙенең эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика