06:34 (UTC+5), 04 Февраля 2016

Рәсәйҙәрҙе илдең иҡтисады, хаҡтарҙың артыуы һәм түбән эш хаҡы борсой — ВЦИОМ

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) ағымдағы йылдың ғинуар айында халыҡты ил күләмендәге ниндәй проблемалар борсоуы тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе.
Быйыл ғинуарҙа проблемалы темалар рейтингында иҡтисад тәүге урынды биләне. Уҙған йылдың ноябренән иҡтисадтағы хәлдәр өсөн борсолоуҙар башланды (17 процент) һәм ғинуарға 23 процентҡа етте. Был былтырғы һөҙөмтәне ҡабатланы.
Борсоуға һалған тағы бер мәсьәлә — хаҡтарҙың артыуы. Үткән йылдың декабрендә һорау алыныусыларҙың 12 проценты инфляцияны илдең иң киҫкен проблемаһы тип һанаған, быйыл ғинуарҙа иһә 20 процент.
Һуңғы өс айҙа рәсәйҙәрҙең 13 проценты түбән эш хаҡын һәм йәшәү кимәлен проблемалы мәсьәләләр тип иҫәпләй. Артабан эшһеҙлек (12 процент), социаль сәйәсәт (9), тышҡы сәйәсәт (7) килә. Һаулыҡ һаҡлау (7), мәғариф (7), ауыл хужалығы һәм сәнәғәттең тарҡалыуы (6), түбән пенсиялар, пенсия реформаһы (5) «проблемалы» рейтингта тәүге унау иҫәбенә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика