11:27 (UTC+5), 02 Февраля 2016

Республикала 2,5 мең самаһы иҫәп алыусы 1,2 миллион ауыл хужалығы иҫәбен алыу объекттарын тикшерәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостандағы 1 миллион 260 мең объект 2016 йылда уҙғарыласаҡ Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға эләгә. Эшкә 2,5 мең самаһы иҫәп алыусы йәлеп итеү күҙаллана. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса видеоселектор кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Башҡортостанда комиссиялар төҙөлгән, республика Хөкүмәте саралар планын раҫлаған, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай урындағы үҙидара органдарына Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса дәүләт вәкәләттәрен бүлеп биреү тураһында республика закон проектын индергән. Ул тәүге уҡыуҙа ҡаралған. Әлеге ваҡытта объекттарҙың исемлеге һәм ойоштороу планы төҙөлгән, инструкторҙарҙың участкаларын урынлаштырыу өсөн биналар һайланған», — тине Илдар Тимерғәлин.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостандағы территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү тураһында ентеклерәк һөйләне. Республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин ауыл биләмәләрендә иҫәп алыу торошо хаҡында хәбәр итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ауыл хужалығы иҫәбен алыу осоронда мәғлүмәт-аңлатыу эше тураһында һөйләне.
2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Уның барышында ауыл хужалығы ойошмаларының, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, шәхси ярҙамсы һәм граждандарҙың башҡа төрҙәге хужалыҡтарының, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек һәм дача берекмәләренең иҫәбе алынасаҡ. Сараға йомғаҡ 2018 йылда яһала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика