Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.45
+0.14
82.39
-0.75
74.99
-0.92
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Февраль 2016, 17:18

Төбәктә Һиндостан менән хеҙмәттәшлекте һәм сауҙа әйләнешен үҫтерергә ниәтләйҙәр

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы Нью-Дели ҡалаһында үткән Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының күсмә сессияһында төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Ведомство етәксеһе Сергей Новиков хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Был — фармацевтика, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә нанотехнологиялар, күн тауарҙар етештереү, мәғлүмәт технологиялары.
2015 йылдың туғыҙ айында Һиндостан менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 194 миллион долларҙан ашыу тәшкил иткән. Быйыл был күрһәткесте арттырыу планлаштырыла.
Уҙған ял көндәрендә Нью-Делиҙа The Economic Times Global Business Summit халыҡ-ара форумы үтте. Уның программаһына Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының күсмә сессияһы индерелгәйне.
Читайте нас в