ӨФӨ, 2016 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән. Башҡортостанстат ағымдағы йылдың 11 ғинуарынан 18-нә тиклем социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә хаҡтарҙың үҙгәреүе тураһында мәғлүмәттәр
баҫтырып сығарҙы. Кишерҙең килограмы уртаса 2,3 процентҡа (25,59 һум), аш тоҙо (8,99), башлы һуған (23,76), тауыҡ йомортҡаһының бер тиҫтәһе (62,58) 1,3 процентҡа арзанайған. Алманың (81,29, минус 1 процент), ҡарабойҙайҙың (57,39, минус 0,8 процент), макарондың (43,74, минус 0,5 процент) хаҡы төшкән.