05:04 (UTC+5), 20 Января 2016

Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 24 февралдән 26-на тиклем Өфөләге «ВДНХ-Экспо» комплексында Рәсәй сәнәғәт форумы уҙа. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктең Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Өфө хакимиәте сығыш яһай.
Форум сиктәрендә махсуслаштырылған күргәҙмәләр, семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Ҡатнашыусылар үҙгәреүсән ысынбарлыҡ шарттарында машина эшләү комплексы үҫешен тикшерәсәк.
Форум ҡала һәм төбәк предприятиеларының конкурентлыҡҡа һәләтен күтәреүҙең файҙалы ысулдарын, импортты алмаштырыуҙы әүҙемләштереү механизмдарын эҙләү һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн уҙғарыла. Инвесторҙарға баш ҡаланың сәнәғәт ҡеүәте күрһәтеләсәк. Өфө предприятиелары башҡа төбәктәрҙән яңы партнерҙар таба аласаҡ, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.
Сараға Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Хәрби-сәнәғәт комиссияһы коллегияһы, «Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы», «Технодинамика», «Рәсәй вертолеттары» акционерҙар йәмғиәттәре, ШОС илдәре предприятиелары, Волга буйы һәм Урал федераль округтарындағы ҙур ҡалаларҙың вәкилдәре саҡырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика