Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Ғинуар 2016, 16:52
Баш ҡалала яңы төҙөлгән йорттар 5 процентҡа арзанайған
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Фатирҙар донъяһы» порталы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә яңы төҙөлгән йорттар 4,8 процентҡа арзанайған. Ғинуарҙа фатирҙың уртаса хаҡы 3,64 миллион һум тәшкил иткән. Квадрат метрының хаҡы — 55,8 мең һум самаһы (йылына -7,8 процент).
Был илдәге дөйөм картинаға бәйле: баҫма аналитиктарының мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй ҡалаларында яңы торлаҡтың хаҡы -17 процентҡа тиклем кәмегән.
«Эксперт» порталы аналитиктары шундай мәғлүмәт бирә: Өфөлә яңы төҙөлгән йорттоң квадрат метрының уртаса хаҡы 56,5 мең һум тәшкил иткән, йыл башынан 5 процентҡа кәмегән. Бынан тыш, һуңғы ике айҙа төҙөүселәр 15 процентҡа тиклем ташлама менән акциялар тәҡдим итә. Баҙар эксперттары иҫәпләүенсә, төҙөүселәрҙең артабан кәметеү өсөн резервтары юҡ, шуға күрә күрһәтелгән хаҡтың һаҡланыуы күҙаллана.
Теги:
күсемһеҙ милек
хаҡтар
Читайте нас