11:58 (UTC+5), 29 Декабря 2015

Төбәк аграрийҙары ял көндәрендә ойошторолған йәрминкәләрҙә 70 миллион һум самаһы табыш алған

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Төбәк аграрийҙары ял көндәрендә, 26 һәм 27 декабрҙә ойошторолған йәрминкәләрҙә 68,8 миллион һум аҡса эшләгән. Өфө, Күмертау, Нефтекама, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында һәм Мәләүез районында ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙҙы.
Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, продукцияны һатыу өсөн 1799 сауҙа нөктәһе ойошторолдо. 26 декабрҙә Өфөлә — 13, 27-дә 11 майҙансыҡ эшләне. 46 райондың ауыл хужалығы етештереүселәре ит, йәшелсә, еләк-емеш, бал килтергән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 26 декабрҙә баш ҡалала Беренсе ит фестивале үтте. Унда республиканың 25 аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеһы, шулай уҡ төбәктең 38 районынан 120-нән ашыу ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашты. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Яңы йыл табынына ҡош ите (ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ), колбаса изделиелары, ит деликатестары, шулай уҡ яңы һуйылған һыйыр, йылҡы, һарыҡ, сусҡа итен һатып алды. Ауыл хужалығы етештереүселәре дөйөм суммаһы 13,5 миллион һумлыҡ 40 тоннаға яҡын ит һәм 6,7 тонна ҡош ите алып килгән. Фестивалгә 15 меңдән ашыу кеше килде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика