16:00 (UTC+5), 29 Декабрь 2015

Башҡортостанда Яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлек хаҡын иҫәпләп сығарҙылар

автор фотоһы
автор фотоһы
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлек хаҡын иҫәпләп сығарҙылар. Башҡортостанстат баһалары буйынса, 2015 йылдың декабрендә Яңы йыл табыны өсөн аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡы 4769,20 һум тәшкил иткән. Был 2014 йылдың декабренә ҡарағанда 15,2 процентҡа күберәк (4139,26). Рәсәйҙә иһә яҡынса 5175 һум тәшкил итәсәк (үҫеш 12,6 процент).
Статистиктар дүрт кешенән торған ғаиләгә аҙыҡ-түлек хаҡын иҫәпләгән. Лимондар 54 процентҡа артҡан, былтыр уларҙың хаҡы 17,10 һум булған, 2015 йылда — 26,34 һум. Яңы помидорҙар 44 процентҡа (59,52 һәм 86,20), әфлисундар 38 процентҡа (52,82 и 73,12) ҡиммәтләнгән. Картуфҡа хаҡтарҙың кәмеүе күҙәтелә (25,1 процент) — 2014 йылда бүлбеһе 11,60 һум булһа, 2015 йылда — 8,69 һум, ҡош ите (1,9 процентҡа, 128,81 һәм 123,42), кишер (1,6 процентҡа, 4,89 һәм 4,81).
Быйыл аҙыҡ-түлек йыйылмаһына бешмәгән килеш ыҫланған колбаса (2015 йылда уның хаҡы 357,33 һум тәшкил иткән), ҡаҡланған ит (242,73), бешкән колбаса (81,69), диңгеҙ деликатестары (548,20), һөмбаш балығы ыуылдырығы (596,20), һыйыр ите (403,27), аҡ май (67,16), сыр (188,96), шоколад (270,09), арыш икмәге (20,91), бойҙай икмәге (26,92), алмалар (45,76), һуттар (63,92), яңы ҡыяр (77,87), балыҡ консервалары (38,71), торттар (295,86), ҡара сәй (31,81), тауыҡ йомортҡаһы (24,75), консерваланған ҡыяр (88,94), консерваланған йәшел борсаҡ (48,28), майонез (20,54), үҙебеҙҙә етештерелгән коньяк (680,13), вино (167,82), минераль һыу (28,15), газлы эсемлектәр (30,62) ингән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика