11:42 (UTC+5), 24 Декабря 2015

2016 йылда өфөләрҙең хеҙмәт хаҡы уртаса 1683 һумға артырға тейеш

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 2016 йылда Өфөлә айлыҡ уртаса эш хаҡы 1683 һумға артырға һәм 33 431 һум тәшкил итергә тейеш. Быйыл ул 31 748 һум тәшкил итте. 24 декабрҙә Өфө ҡала Советы депутаттары ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауы мәғлүмәттәрен раҫланы.
Күҙаллауға ярашлы, 2016 йылда өфөләрҙең эш хаҡы 33 814 һумға етәсәк. 2018 йылға баш ҡала халҡының уртаса эш хаҡы төп сценарий буйынса 36 528 һум һәм оптимистик вариант буйынса 37 834 һум буласаҡ. Эшһеҙлек кәмейәсәк, тип фаразлана. 2015 йылда Өфөлә теркәлгән эшһеҙлек кимәле иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ иҫәбенән 1,3 процент кимәлендә баһалана. Киләһе йылда эшһеҙлек 1,2 процент, 2017 йылда — 1,15, 2018 йылда 1,12 процент кимәлендә күҙаллана.
Күҙаллау буйынса, 2016 йылда Өфөлә 835 мең квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк. Киләһе йылда баш ҡалала торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә уртаса 23,3 квадрат метр тура киләсәк. 2015 йылда ул 22,7 квадрат метр тәшкил иткән.
Яҡын йылдарҙа ҡалала күҙаллауҙың төп варианты буйынса 95 яңы балалар майҙансығы һәм оптимистик вариант буйынса 100 майҙансыҡ төҙөлөргә тейеш. Сағыштырыу өсөн: 2014 йылда 78 майҙансыҡ төҙөлгән, быйыл иһә 65.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика