08:04 (UTC+5), 16 Декабря 2015

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаҙна килемен арттырыу мөмкинлектәре тикшерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаҙна килемен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. 2014 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың йән башына уртаса һалым килеме буйынса 48-се урында булыуы билдәләнде. Ағымдағы йылдың 11 айында төбәк, «Башнефть» иҫәбенә 8 миллиард һумға «арттырып», 40-сы урынға күтәрелде. Төп бурыс — тәүге утыҙ исемлегенә инеү.
Һәр муниципаль берәмектә һалым йыйыу буйынса махсус комиссиялар эшләй. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов уларҙың һөҙөмтәлелеген баһаланы. «Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа, мәҫәлән, Өфө һәм Учалы райондарында эш бик яҡшы ойошторолған. Һалымдар алынып етмәгән райондар ҙа бар. Етешһеҙлектәр күҙгә күренеп тора. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалыла — былтырғы пландың үтәлешенән 82 процент, Хәйбуллала — 84, Ағиҙелдә 79 процент. Саҡмағош районы физик берәмектәр килеменә һалым буйынса уҙған йылдың кимәленә ҡарата 89 процент, Стәрлетамаҡ иһә 83 процент үтәгән. Ябайлаштырылған система буйынса: Благовар районы — былтырғы менән сағыштырғанда 61 процент, Йылайыр районы — 69 процент. Физик берәмектәрҙең милкенә һалым: Мишкәлә — 85, Бүздәк районында 92 процент. Йәки ергә һалым — республика буйынса үҫеш 13 процент, Күгәрсен районы иһә 49 процентҡа үтәгән. Хәл итәһе проблемалар етерлек», — тине Премьер-министр.
Хеҙмәт хаҡы артмағас, физик берәмектәр килеменә һалымдың артыуы көтөлмәй тип билдәләнде. Шуға күрә бюджетты үтәү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк. Һалым һалыу объекттарын законлаштырыу темаһына айырыуса иғтибар бүленде. Һалымдың һәр төрө буйынса методиканы яңыртыу планлаштырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика