12:24 (UTC+5), 15 Декабря 2015

Башҡортостан Хөкүмәтендә Латвия делегацияһы менән осрашыу уҙҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Латвияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Астра Курме менән осрашты. Латвия илселеге делегацияһы төбәккә эш сәфәре менән килгән, уның сиктәрендә төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшереү ҡарала.
Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, Башҡортостан Латвия менән төрлө кимәлдәрҙә бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләй. Әле яҡтар нефть эшкәртеү, металлургия, химия һәм нефть химияһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә. Был бәйләнештәр киләсәктә лә дауам итәсәк. Премьер-министр Латвия эшҡыуарҙарына инвесторҙар өсөн төрлө льготалар һәм өҫтөнлөктәр ҡаралған инвестиция проекттарында ҡатнашырға тәҡдим итте.
Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, Башҡортостан менән Латвия араһында фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә лә ҙур ҡеүәт бар.
Латвияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Астра Курме республика етәкселегенә мәҙәни оҡшашлыҡты, телде һәм традицияларҙы һаҡлау өлкәһендә урындағы милли ойошмаларға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Башҡортостан — Латвияның иң ҙур сауҙа әйләнеше булған төбәге. Хәҙер логистика һәм транспорт кеүек йүнәлештәр актуаль, әммә беҙ мәғариф, финанс секторы, туризм өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлек итергә теләр инек. Башҡортостанға Латвия эшҡыуарҙарының ҙур делегацияһы килде. Улар араһында төбәктә эшләүселәр ҙә, яңы партнерҙар менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар. Ошо ике көн файҙалы үтер, тип ышанам. Беҙҙең бизнес бында партнерҙар һәм дуҫтар табасаҡ»,— тип билдәләне Астра Курме.
Ике яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтеү тураһында һөйләшеү Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында дауам итте.
Латвия делегацияһы Нефть химияһы һәм эшкәртеү институтына, «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «СП «Витценманн — Руссия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә, Өфө электр транспорты идаралығына, Башҡорт дәүләт университетына барырға ниәтләй. Мәҙәни программала Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең археология һәм этнография музейына барыу ҡаралған.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика