12:42 (UTC+5), 10 Декабря 2015

Ер һәм мөлкәт министрлығы бәләкәй бизнесҡа ҡуртым һәм льготалы хосусилаштырыу буйынса ташлама менән ярҙам итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү саралары комплексын әҙерләй. Урындағы эшҡыуарлыҡ проблемалары һәм административ кәртәләр буйынса түңәрәк өҫтәлдә ведомство башлығы Евгений Гурьев ошо хаҡта һөйләне.
Яҡын арала бизнесмендарға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙа ярҙам итергә тейешле бер нисә ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итте министр.
Улар иҫәбендә — ҡуртым буйынса ташламалар: беренсе йылда — йыллыҡ түләүҙән 40 процент, икенсе — 60, өсөнсө — 80, дүртенсе йылда 100 процент. Шулай уҡ проект бинаны капиталь ремонтлау буйынса сығымдарҙы ҡуртым иҫәбенә күсереү һәм түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня өҫтәмәү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Төп бурысты түләгәндә штраф һалмау ҡаралған. 2016 йылдың 1 ғинуарынан 30 июненә тиклем пенялар — 100, 1 июлдән йыл аҙағына ҡәҙәр 50 процентҡа ғәфү ителә.
Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ер участкаларын льготалы хосусилаштырыуҙы дауам итергә ниәтләй. 2015 йылдың 1 июленә тиклем ерҙе уның кадастр хаҡынан 25 процентҡа һатып алырға мөмкин ине. 1 июлдән 2016 йылдың 1 ғинуарына тиклем — 50, киләһе йылдың 1 июленә тиклем — 75 процентҡа. Бынан тыш, өс йылға бүлеп түләү тәҡдим ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика