07:18 (UTC+5), 04 Декабря 2015

Төркиәгә ҡарата санкциялар инфляцияла аҙ ғына сағылыш табасаҡ — Рәсәй Банкы

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй банкының баһалауы буйынса, йыл аҙағына тиклем — 2016 йылдың башында инфляцияның 0,2-0,4 процентҡа артыуы ихтимал. Эмбаргоның инфляцияның уртаса срокка иҫәпләнгән күҙаллауына йоғонтоһо әллә ни ҙур булмаясаҡ. Сикләү ҙә түләү балансына һәм тулайым эске продукт динамикаһына тәьҫир итмәйәсәк.
Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек баҙарҙарында Төркиәнән индереү тыйылған продукттарҙың өлөшө һиҙелә. Әммә тәьмин итеүселәрҙең продукция ташыу географияһын үҙгәртеү өсөн ваҡыты бар. Шулай уҡ күп нәмә санкцияға эләккән аҙыҡ-түлекте икенсе илдән килтереүҙе ойоштороуға бәйле буласаҡ.
30 ноябрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев 2016 йылдың 1 ғинуарынан Төркиәнән Рәсәйгә индереү тыйылған ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек исемлеген раҫланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика