07:40 (UTC+5), 03 Декабрь 2015

Башҡортостанға Латвияның рәсми делегацияһы килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 14 декабрҙә Башҡортостанға эш сәфәре менән Латвияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Астра Курме етәкселегендәге Латвия эшҡыуарҙары делегацияһы килә. Программала республика эшҡыуарҙары, Өфө хакимиәте вәкилдәре менән осрашыу, Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап экскурсия, «Әсә һәм бала» клиникаһына барыу ҡаралған.
«Башинформ» агентлығына делегация ағзаһы, «Салауат Юлаев» (Рига) Балтик буйы халыҡ-ара үҙәге идараһы рәйесе Рина Хәмитова хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтар араһында Латвияның 12 предприятиеһынан 18 эшҡыуар буласаҡ. Иң ҙур ойошмалар — «Рига вагон эшләү заводы» акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй-Европа сигендә терминал һәм склад, таможня брокеры хеҙмәттәрен тәҡдим иткән «AA Logistic» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Өфөгә хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәр менән ашлама етештереүсе һәм экспортлаусы «NPKExpert» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, тимер юлы буйлап йөк ташыу компанияһы — «SIGIS» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар киләсәк.
Делегацияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе — банкирҙар һәм финансистар: AS Expobank, Bank M2M Europe AS, ABLV Consulting Services AS и АО «Baltic International Bank». Улар тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барған бәләкәй, урта, ҙур сәнәғәт предприятиеларына, донъя сауҙа баҙарында эшләгән инвестиция холдингтарына үҙҙәренең продукттарын һәм хеҙмәттәрен тәҡдим итә. Аҡсаһын ҡиммәтле ҡағыҙҙарға инвестицияларға теләгән физик берәмектәр өсөн дә мәғлүмәт бар.
Бөгөн Латвия менән Башҡортостан араһында иҡтисад өлкәһендә генә түгел, шулай уҡ мәҙәни, фән, мәғариф өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә юғары динамика күҙәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика