11:16 (UTC+5), 30 Ноября 2015

Төбәк вәкилдәре эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Уңыш» ХI бөтә Рәсәй конкурсының финалында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Өфөлә Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ярҙамында эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Уңыш» ХI бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы уҙҙы.
Ун бер ҡатын-ҡыҙ — һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сауҙа, экология, ауыл хужалығы, йәмәғәт туҡланыуы, мәғариф, матурлыҡ һәм идара итеү өлкәләре вәкилдәре уның призерҙары булды.
Бәйгеселәрҙең ҡаҙаныштары дүрт номинация буйынса баһаланды: «Рәсәй эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарының иң яҡшы вәкиле», «Тормошомдағы уңышым», «Рәсәй эшлекле-ҡатын-ҡыҙҙарының белдереүе», «Ҡатын-ҡыҙ етәкләгән иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы». Шуның менән бергә хеҙмәткәрҙәр һаны, карьера үҫеше, милли проекттарҙа ҡатнашыу, шәхси социаль инновациялар, йәмәғәт йәки сәйәси ойошмаларҙа ҡатнашыу, хәйриәлек менән шөғөлләнеү кеүек критерийҙар иҫәпкә алынды.
Римма Еникееваның «Балалар өсөн бассейндар», Клара Төхвәтуллинаның «Бал ҡорто төшө», Гөлнара Абзалованың инглиз телен өйрәнеүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттары бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итте.
Конкурстың финалы 8 декабрҙә Мәскәүҙә уҙа. Рәсәйҙең иң яҡшы эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары «Алтын ҡош» премияһына эйә буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика