Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ноябрь 2015, 14:26

Төбәктә Рәсәй менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр яйға һалыныр, тип өмөтләнәләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Рәсәй менән Төркиә араһындағы мөнәсәбәттәр яйға һалыныр тип өмөтләнәләр. Был хаҡта бөгөн журналистар менән осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.
Хәҙер ярайһы уҡ ҡатмарлы мәл — илдәрҙең артабан нисек хеҙмәттәшлек итәсәге хаҡында мәсьәлә хәл ителә. «Төркиә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе дауам итергә мөмкинлек биргән ҡарарҙар ҡабул ителер, тип ышанабыҙ», — тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Шуның менән бергә Премьер-министр Башҡортостандың Төркиә менән артабанғы хеҙмәттәшлеге федераль үҙәктең ҡарарына бәйле буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостанда төрөк капиталы ҡатнашлығында 90-дан ашыу предприятие эшләй.
Читайте нас: