08:00 (UTC+5), 27 Ноября 2015

Константин Толкачев: «Импортты алмаштырыу шәхси инициативаға таянырға һәм дәүләт тарафынан яҡланырға тейеш»

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда бер нисә мөһим тармаҡта: ауыл хужалығында, сәнәғәттә, фармацевтикала, IT-индустрияла импортты алмаштырыу кәрәк. Ул шәхси инициативаға таянырға һәм дәүләт тарафынан яҡланырға тейеш. Был хаҡта 27 ноябрҙә, импортты алмаштырыу процесын ҡануни йәһәттән тәьмин итеүгә арналған парламент тыңлауҙарын асып, республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.
«Республика парламентарийҙары закондар сығарыу базаһын мөмкин тиклем тиҙерәк һәм сифатлы рәүештә камиллаштырырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.
Парламент тыңлауҙарында республика парламенты депутаттары, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Әлфис Ғаязов, республиканың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин ҡатнаша.
Йыйылыусылар импортты алмаштырыу процесын ҡануни йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләләрен, уның республиканың сәнәғәт комплексы менән бәйләнешен ҡарай, «Газпром»да импортты алмаштырыу миҫалы килтерелгән, ауыл хужалығы өлкәһендә ошо процесты ҡануни йәһәттән тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр индерелгән, Башҡортостандың машина эшләү тармағында импортты алмаштырыу проекттары күрһәтелгән.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк тип күҙаллана.
Күптән түгел Рәсәй Президенты Владимир Путин импортты алмаштырыу буйынса Дәүләт советы президиумы ултырышын үткәрҙе. Хәҙер иң мөһиме – иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән хаҡтар буйынса илдә сифатлы продукция етештереүҙе яйға һалыу, тип билдәләне дәүләт башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика