08:14 (UTC+5), 26 Ноября 2015

Өфөнөң Октябрь проспектында яңы сквер барлыҡҡа киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Киләһе йылда Өфөлә «Китап» нәшриәте һәм 10-сы һөнәрселек лицейы араһындағы ҙур булмаған скверҙы ремонтларға ниәтләйҙәр. Баш ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған заявкаһында билдәләнгәнсә, эштәр 2016 йылдың 15 апреленән 30 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Проект документацияһында шәхестең исеме яҙылмаған пьедестал һәм бюст ҡуйыу ҡаралған. Әммә быға тиклем идаралыҡ ошо урында башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.
Проект яңы асфальт, брусчатка, рулонлы газон түшәүҙе, таштарҙан һәм сәскәләрҙән клумбалар эшләүҙе, ҡайындар, миләштәр һәм гөлйемеш ҡыуаҡтарын ултыртыуҙы, фонарҙар ҡуйыуҙы күҙ уңында тота. Ошо эштәр өсөн бюджет 3,5 миллион һум аҡса бүлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика