09:18 (UTC+5), 25 Ноябрь 2015

Төбәктә уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 25 165 һум тәшкил иткән

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы былтырғы менән сағыштырғанда 3,5 процентҡа артҡан һәм 25 165 һум тәшкил иткән. Башҡортостанстат республика предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡын иҫәпләп сығарған.
Нефть продукттары етештереү менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр юғары эш хаҡы буйынса беренсе урында — 59 214,1 һум (үҫеш 1,2 процент тәшкил итә). Икенсе урынды файҙалы ҡаҙылма сығарыусылар биләй — 45 502,4 (5,3 процентҡа кәмегән), өсөнсөлә — финанс эшмәкәрлеге, улар уртаса 36 587,5 һум ала (үҫеш — 2,5 процент). Күн әйберҙәр етештереүселәр (11 208,5, 3,9 процентҡа кәмегән), ауыл һәм урман хужалығы эшсәндәре (13 905,1 һум, үҫеш — 2,9 процент), туҡыу һәм тегеү производствоһы хеҙмәткәрҙәре (14 577,7 һум, үҫеш — 7,1 процент) барыһынан да аҙыраҡ хеҙмәт хаҡы ала.
Бюджет өлкәһендә эш хаҡының артыуы күҙәтелә. Статистиктар иҫәпләп сығарыуынса, мәғарифта — 19 949, һаулыҡ һаҡлауҙа — 22 853, коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр өлкәһендә 22 202,2 һум тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика