07:24 (UTC+5), 24 Ноября 2015

Ил-114 базаһында төбәк авиацияһы өсөн яңы самолет төҙөләсәк – Михаил Бабич

Вести.Ru сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ил-114 базаһында төбәк авиацияһы өсөн яңы самолет төҙөләсәк. Дүшәмбе Өфөгә эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Һамарҙа проектты тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне.
Двигателдең яңы модификацияһы булдырыласаҡ, киләсәктә уны илебеҙҙә эшләнгән башҡа лайнерҙарҙа ҡулланыу күҙ уңында тотола. Тулы хоҡуҡлы вәкил әйтеүенсә, был йөҙ процентлы импортты алмаштырыу буласаҡ.
Вести.Ru интернет-каналының «Башҡортостан» ДТРК-һына һылтанып хәбәр итеүенсә, проект үҙебеҙҙә, шул иҫәптән Өфөлә етештерелгән деталдәрҙән төбәк самолетын төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Әммә, Башҡортостандың авиация продукцияһында махсуслашҡан сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре хәбәр итеүенсә, әлегә яңы ҡорамалдарға заказ биреүселәр юҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика