08:34 (UTC+5), 23 Ноября 2015

Өфөлә автосервистар һаны 17 процентҡа артҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Йыл башынан Өфөлә автосервистар һаны артҡан, тип хәбәр итә 2ГИС. Был илдәге дөйөм тенденцияны сағылдыра. Компанияның мәғлүмәт сервисы аналитиктары көрсөк мәлендә автомобиль ремонтлау предприятиеларының әһәмиәте артыуы хаҡындағы гипотезаны тикшерҙе. Яңы автомобилдәр һирәгерәк һатып алына. Тикшереү һөҙөмтәләре автосервистарҙың ысынлап та күбәйеүен күрһәтте.
Аналитиктар илдең 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән 35 ҡалаһын сағыштырҙы. Ун ай эсендә автосервистар һаны уртаса 19 процентҡа артҡан.
Иң ҙур үҫеш Краснодарҙа — 45 процент (бөтәһе 376 техник хеҙмәтләндереү станцияһы). Икенсе урында Ярославль — 43 процент (143 автосервис), өсөнсөлә Мәскәү — 39 процент (2882).
Өфө исемлектең 18-се урынын биләй: бында 94 автосервис предприятиеһы бар, үҫеш 17,3 процент тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика