06:59 (UTC+5), 23 Ноября 2015

Башҡортостан «Европа — Көнбайыш Ҡытай» автомагистрале төҙөлөшө өсөн аҡса бүлгән тәүге төбәктәр иҫәбендә — Михаил Бабич

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан «Европа — Көнбайыш Ҡытай» транспорт коридоры төҙөлөшө өсөн төбәк ҡаҙнаһынан аҡса бүлгән тәүге өс субъект иҫәбенә инде. Был хаҡта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич илдә автомагистралдәр селтәрен төҙөүгә арналған стратегик сессияла белдерҙе. Ул уны Һамарҙа Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов менән берлектә үткәрҙе.
Магистралдең һуңғы маршрутын раҫлаған саҡта төбәктәрҙә юғары тиҙлекле юлдарҙы проектлауға һәм төҙөүгә һалынған аҡсаны иҫәпкә алырға кәрәк, тип билдәләне Михаил Бабич. Тулы хоҡуҡлы вәкил Башҡортостандан тыш Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә «Европа — Көнбайыш Ҡытай» коридорының бер өлөшө булараҡ ҡаралған автомагистралдәрҙе һалыуға төбәк бюджеттарынан 10 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгәнлеге хаҡында иҫкә төшөрҙө.
Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, юғары тиҙлекле транспорт юлының дөйөм оҙонлоғо 702 саҡрым тәшкил итәсәк, шуның 282 саҡрымы Башҡортостан биләмәһе аша үтә. Республика биләмәһендә «Европа — Көнбайыш Ҡытай» магистраленең түләүле участкаһы төҙөлөшөнөң инвестиция проекты «Баулы — Күмертау» юлын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Маршрутҡа ҙур сәнәғәт ҡалалары — Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау индерелгән.
Әлеге мәлдә «Баулы — Күмертау» автобанын урынлаштырыу өсөн дәүләт мохтажлығы өсөн ер участкаларын алыу буйынса эштәр бара. Ыҡ йылғаһы аша күпер менән ике участкала юл төҙөлөшөнөң проекты әҙерләнгән. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе сәнәғәт категорияһына күсереү эштәре ғәмәлгә ашырыла, «Баулы — Күмертау» автомобиль юлының ҡаршы һыҙатында уңдырышлы ҡатламды алыу буйынса әҙерлек эштәре алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика